Хуш килдегеҙ, ҡунаҡтар!
Һеҙҙең яҡтарҙа нисектер,
Беҙҙә шундай йола бар.
Ҡунаҡтарҙы юлға сығып,
Ҡаршы ала хужалар.
Ауыҙ итегеҙ, ҡунаҡтар.
Беҙҙең ҡулдағы һыйҙан.
Ихласлыҡ билдәһе булған
Сәксәктән, икмәк-тоҙҙан!
Һа-а-а-а-ай, һа-а-а-а-ай,
Ауыҙ итегеҙ, ҡунаҡтар,
Сәксәктән, икмәк-тоҙҙан!
Һеҙҙең яҡтарҙа нисектер,
Беҙҙә матур йола бар:
Ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп
Ҡаршы сығып алалар.
Алдығыҙҙағы тустаҡта
Күпереп тора ҡымыҙ.
батырҙар эсемлеге бит,
Тәмләп эсеп ҡуйығыҙ!
Һа-а-а-а-ай, һа-а-а-а-ай,
Күпереп торған ҡымыҙҙы
Тәмләп эсеп ҡуйығыҙ!
Сәксәк, икмәк, ҡымыҙҙан һуң
Бейей башлай аяҡтар.
Уртаҡ байрам ҡотло булһын,
Хуш килдегеҙ, ҡунаҡтар!
Рәхим итегеҙ хуш еҫле,
Сәксәктән, икмәк-тоҙҙан.
Ҡүтәрелһен күңелегеҙ
Ап-аҡ әсе ҡымыҙҙан!
Һа-а-а-а-ай, һа-а-а-а-ай,
Ҡүтәрелһен күңелегеҙ
Ихлас ҡаршы алыуҙан!